11:36 (UTC+5), 02 Октября 2015

Баш ҡалала филармония этно-рок фестивален ойошторорға ниәтләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт дәүләт филармонияһында ҙур этно-рок фестивале ойошторола. Был хаҡта эстрада буйынса художество етәксеһе Илшат Фәхертдинов хәбәр итте. Ошо маҡсатта популяр «Арғымаҡ» төркөмөн филармонияға эшкә саҡырғандар. Учреждение етәкселеге төркөмгә ҙур өмөттәр бағлай. Яңғыҙ һәм бергә сығыш яһауҙан тыш, Рәсәй буйлап, шулай уҡ сит илдәргә сәфәрҙәр көтөлә.
Музыканттар сентябрҙә эш башланы. Иртәгә, 3 октябрҙә, «Арғымаҡ» филармонияның башҡа артистары менән бергә «Янғантау» шифаханаһында сығыш яһай. 29 ноябрҙә арғымаҡтар Екатерина Ямщикованың «Һандуғасҡай» исемле концертында ҡатнаша.
«Арғымаҡ» этно-рок төркөмө — халыҡ-ара, бөтә Рәсәй, республика конкурстары һәм фестивалдәре лауреаты. 2009 йылда Өфө дәүләт сәнғәт академияһында ойошторолған. Репертуарында төрлө жанрҙағы фольклор әҫәрҙәре һәм үҙҙәре ижад иткән йырҙар бар. Ансамблдә гитара, һуҡма ҡоралдар менән бергә ҡурай, думбыра, ҡумыҙ, ҡыл-ҡумыҙ, өзләү, шулай уҡ донъя халыҡтарының уйын ҡоралдары яңғырай. «Арғымаҡ» йыш ҡына Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең ҙур сәхнәләрендә сығыш яһай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика