ӨФӨ, 2015 йыл, 1 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә Тамара Ғәниеваның яңы шиғри йыйынтығы
донъя күрҙе. «Ғүмер кисеүҙәре» китабына шағирәнең һуңғы йылдарҙа яҙылған әҫәрҙәре тупланған. Йыйынтыҡта ул яҡты кисерештәр һәм тойғолар, һағыш-һыҙланыуҙар, юғалтыу-табыштар, рухиәт, баҡыйлыҡ менән фанилыҡ кеүек ҡәҙимге лә, фәлсәфәле лә төшөнсәләргә мөрәжәғәт итә. Ил, тел, ер, халыҡ яҙмышы — шағирәнең уй-хистәре ана шундай даирәләрҙе айҡай.