18:42 (UTC+5), 30 Сентября 2015

«Аҡ тирмә» ансамбле Мәскәүҙә «Хорҙар алышы» финалында сығыш яһаны

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 30 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Аҡ тирмә» фольклор ансамбле Мәскәүҙә «Хорҙар алышы» финалында Башҡортостан исеменән сығыш яһаны. Фестиваль «Йыһан» концерт залында тамамланды. Сара Халыҡ-ара ололар көнө уңайынан ойошторолдо.
Ижади бәйгелә Рәсәйҙең 11 төбәгенән өлкән йәштәге кешеләрҙән торған хор коллективтары, шулай уҡ Болгария, Сербия, Молдова һәм Приднестровьенан килгән ҡунаҡтар ҡатнашты. Ике көнлөк фестивалдә тамашасылар һәм ҡатнашыусылар йырҙар тыңланы, сағыу милли кейемдәрҙе күрҙе. Бәйгеселәр жюри хөкөмөнә таҡмаҡтар, һуғыш тураһында балладалар, йола тамашаларын, тыуған төйәк хаҡында йырҙар тәҡдим итте.
«Аҡ тирмә» фольклор ансамбле 1996 йылда Балаҡатай районында ойошторолған. Ансамблдең репертуарында — башҡорт халҡының йолалары, йырҙар, ҡобайырҙар. «Аҡ тирмә» районда һәм республикала уҙғарылған сараларҙа даими ҡатнаша, «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамында Гран-приға лайыҡ булған.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика