Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Сентябрь 2015, 15:21

Өфөлә тергеҙелгән боронғо төрки уйын ҡоралының презентацияһы булды

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфө дәүләт сәнғәт академияһы ихатаһындағы йәйге сәхнәлә «Ятаған» этник төркөмө сығыш яһаны. Асыҡ һауалағы концертта төркөм Красноярск оҫтаһы яһаған яңы музыка ҡоралы — ятаған менән таныштырҙы.
«Эш биш ай буйына дауам итте. Мин оҫта менән күптән аралашам, ул халыҡ уйын ҡоралдары, шул иҫәптән көснә яһай. Үҙебеҙҙә заказ биреү сифатлы түгел һәм бик ҡиммәт. Ятағанды үҙемдең аҡсама яһаттым», — тип һөйләне төркөмдөң етәксеһе Илдар Шакиров.
Боронғо төрки уйын ҡоралы этник ансамблдең яңғырашына үҙенсәлек өҫтәй. Тәүҙә инструмент Өфө сәнғәт академияһының башҡорт музыкаһы факультеты эргәһендәге халыҡ уйын ҡоралдары оҫтаханаһында тергеҙелә.
Этник төркөмдөң концертында коллективтың беренсе клибы ла күрһәтелде. Унда 1894 йылда күренекле фольклорсы Сергей Рыбаков яҙып алған башҡорт халыҡ көйө «Ихбирҙин» яңғырай. Клипты Бөрйән районының «Башҡорт иле» турбазаһында паркуристар ҡатнашлығында «Ҡурай» телеканалының ижади төркөмө төшөргән.
«Ятаған» этник төркөмө — тамашасылар һөйөүен һәм популярлыҡ яулап өлгөргән йәш коллектив. Төркөм 2014 йылда ойошторолған һәм быйыл Ҡазанда үткән «Халыҡ көйҙәре» Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты булды. «Ятаған» академияның Йәштәр симфоник оркестры менән берлектә музыкаль сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Ансамблдә Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары һәм уны тамамлаусылар: Илдар Шакиров (төркөм етәксеһе, думбыра, ятаған), Морат Йәноҙаҡов (ҡурай), Аяз Нухов (виолончель, ҡыл-ҡумыҙ) һәм Рәсим Лоғаманов (һуҡма ҡоралдар) уйнай.
Читайте нас: