07:50 (UTC+5), 22 Сентября 2015

Рәсәйҙә билдәле гитарасы Рөстәм Асанбаев тыуған көнөн билдәләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн ХХ быуат рок музыкаһының сағыу вәкилдәренең береһе, билдәле гитарасы, йырҙар авторы, «ДДТ» төркөмөнөң тәүге составы музыканты Рөстәм Асанбаев тыуған көнөн билдәләй.
Рөстәм Николаевич күренекле драматург, халыҡ яҙыусыһы Нәжиб (Николай Васильевич) Асанбаев ғаиләһендә үҫкән. Алтмышынсы йылдар аҙағында ул телевизорҙан Сопот ҡалаһында барған фестивалде ҡарай. Рөстәм «Breakout» поляк төркөмөнөң сығышына хайран ҡала. Атаһы улының шөғөлөнә ыңғай ҡарай һәм Мәскәүгә барғанда уға «Tornado» ҡыйбатлы уйын ҡоралын һатып ала.
Шуға ҡарамаҫтан, Рөстәм Өфө дәүләт сәнғәт институтында рәссамлыҡҡа уҡып сыға. Музыкант Өфөлә тәүгеләрҙән булып рок һәм блюз уйнай башлай. Юрий Шевчук менән бергә Рөстәм Асанбаев илдә яңыса яңғырашлы рок музыкаһы дәүерен аса. Гитарасы «ДДТ»-ла төркөм ойошторолғандан алып 1983 йылға тиклем уйнай. Рок музыканы концерт майҙансыҡтарына үткәрмәйҙәр, төркөм Өфөнөң бөтә бейеү майҙансыҡтарында сығыш яһай. Нефть институтында бер генә концерт була һәм телевидениела «Свинья на радуге» альбомын яҙҙырып өлгөрәләр. Ошо ваҡиғаларҙан һуң «ДДТ» бөтә илдә танылыу яулай. Артабанғы йылдарҙа Рөстәм Асанбаев элекке төркөмө менән концерттарҙа уйнай.
«ДДТ» төркөмө менән бер рәттән музыкант «Кода» (һуңғараҡ — «Руда») төркөмөндә ижад итә башлай. Концерт ҡуялар, фестивалдәрҙә сығыш яһайҙар, гастролдәргә сығалар. «Ҡышҡы блюз» альбомын яҙҙырғас, төркөм тарҡала.
1997 йылда «DDT Records» студияһында Рөстәм Асанбаев «Пассажир» альбомын сығара. «Аҙаштым» һәм «Туҡталышта блюз» композициялары меңдәрсә тыңлаусының һөйөүен яулай. Музыкант «Boogie Band» тигән Өфө төркөмө гитарасыһы булып китә, төрлө проекттарҙа ҡатнаша, «Jimi Blues Cafe» арт-директоры булып эшләй.
«Беҙ авторлыҡ тапшырыуҙары әҙерләмәйбеҙ, рок классикаһын уйнайбыҙ. Уның һәр саҡ үҙ тыңлаусыһы бар. «Круиз»дан Валерий Гаин, бик шәп йырсылар Николас Берд, Нино Катамадзе һәм Шэрон Кларк беҙҙең менән бергә сығыш яһаны. Илдә лә концерттар ҡуябыҙ, Мәскәүгә лә, Санкт-Петербургҡа ла барабыҙ», — тине музыкант «Версия в Башкирии» баҫмаһына биргән интервьюһында.
Рөстәм Асанбаев дуҫтары араһында мәҙәктәре менән дан тота, хатта уға китап сығарырға әҡдим иткәндәр. Фанаттары уны яңы сифатта ла күрер, бәлки.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика