12:20 (UTC+5), 22 Сентября 2015

«Башҡортостан» киностудияһында республиканың халыҡ шағиры хаҡында фильм төшөрөү тамамланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостан» киностудияһында «Яҙмыш менән әңгәмә» исемле документаль фильм төшөрөү тамамланды. Фильм Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың тормошона һәм ижадына арналған. Сценарий авторы — Сәлимә Батисова, режиссеры — Радик Килмәмәтов.
Кинотаҫма Ырымбур өлкәһенең Ҡунаҡбай, Ғәбдрәфиҡ ауылдарында, Аҡбулаҡ ҡасабаһында, Башҡортостандың Көйөргәҙе районында һәм Өфөлә төшөрөлгән.
Рауил Бикбаев тураһында уның яҡындары – бер туған апайҙары, ауылдаштары, класташтары, тәүге уҡытыусыһы, ғаиләһе һөйләй. Фильмдың авторҙары билдәле шәхестең тормошон, бигерәк тә бала сағын һәм йәшлеген яңыса асырға тырышҡан. Кинотаҫма уның тәүге уңыштары, атайһыҙ үҫкән һуғыштан һуңғы йылдар, бәләкәй малайҙа туған телгә һәм әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләгән кешеләр, буласаҡ шағирҙың шәхес булып үҫешеүе хаҡында бәйән итә.
Хәҙерге ваҡытта фильмды монтажлау бара. Документаль фильм ошо йылдың аҙағына әҙер буласаҡ тип күҙаллана.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика