10:53 (UTC+5), 21 Сентябрь 2015

Өфөлә Мәжит Ғафуриҙың юбилейы көнөндә әҙәби музейҙар форумы уҙа

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 22 сентябрҙә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында «Әҙәби музейҙар: проблемалар, бурыстар, мөмкинлектәр» I республика форумы һәм Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 135 йыл тулыу уңайынан байрам уҙғарыла. Сара Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы сиктәрендә ойошторола.
Көндөң тәүге яртыһында форумда төбәк халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлауҙа музейҙарҙың роле һәм музей эше проблемалары тикшереләсәк. Форум барышында «Минең музейым» республика конкурсы еңеүселәре бүләкләнәсәк.
Көндөң икенсе яртыһы Мәжит Ғафуриҙың юбилейын байрам итеүгә арнала. Сара уның исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт драма театры алдында башлана. Һуңынан байрам ҡунаҡтары халыҡ шағирының ҡәберенә, артабан Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейына барасаҡ. Музейҙа әҙәби-музыкаль кисә ойошторола.
Юбилей программаһына яҙыусылар, Ғафури районынан халыҡ шағирының яҡташтары, уҡыусылар, студенттар һәм ижади коллективтар саҡырылған. Ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм республиканың Милли әҙәбиәт музейы.
Сара Гоголь урамы, 28/1 адресы буйынса уҙа. Белешмә өсөн телефон: 228-83-32.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика