13:10 (UTC+5), 18 Сентября 2015

Баш ҡалала «Ватандаш» журналы хеҙмәткәрҙәре «Әҙәби троллейбус» пассажирҙары менән аралашты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. «Әҙәби троллейбус» акцияһы өфөләрҙең күңеленә хуш килде. Республика киң мәғлүмәт сараларының күбеһе ошо акцияла ҡатнашты. Кисә эстафетаны «Ватандаш» журналы редакцияһы ҡабул итте.
2-се маршрут буйынса йөрөгән троллейбус үҙенсәлекле шиғри майҙансыҡҡа әүерелде. Пассажирҙар ижади мөхиткә сумды, «Ватандаш»тың яңы һанын уҡыны, баш мөхәррир — шағир Азамат Юлдашбаев һәм ошо баҫманың хеҙмәткәрҙәре менән аралашты, Әнисә Таһированың нескә лирикаһын тыңланы. Билдәле сатирик Марсель Сәлимов бер үк ваҡытта йылмайырға ла, уйланырға ла мәжбүр итте. «Әҙәби троллейбус»тың ҡайһы бер пассажирҙары, ижади акция менән әҫәрләнеп, сығыштарға ҡушылды. Туҡталыштарына барып еткәс, уларҙың күптәре ошо күңелле минуттар бүләк иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе, тип хәбәр иттеләр «Ватандаш» редакцияһында.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика