11:33 (UTC+5), 17 Сентября 2015

Өфөлә танылған актерҙар һәм дикторҙарҙың тауышы яҙылған аудиокитап донъя күрҙе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Ашҡаҙар» радиоһы башҡорт телендә «Мөхәббәт һәм яҙмыш хаҡында» исемле диск-аудиокитап нәшер итте. Унда кешеләрҙең еңел булмаған яҙмыштарына, тормош ҡиммәттәренә, мөхәббәткә арналған әҫәрҙәр тупланған. Әҙәби текстарҙы легендар актерҙар һәм радио дикторҙары Лира Фәйзуллина, Ғәлимнур Бикбулатов, Нурия Ирсаева, Наилә Ғәләүетдинова, Хөрмәтулла Үтәшев, Илһөйәр Ғизетдинова уҡый.
«Ашҡаҙар» радиоһында мәҙәни, танып белеү тапшырыуҙарына өҫтөнлөк бирелә. Диск Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы уңайынан сығарылған.
«Көн һайын радиола әҙәби әҫәрҙәр, спектаклдәр яңғырай, яҙыусылар, шағирҙар ҡунаҡҡа килә, шиғырҙар, мәҫәлдәр, сатирик хикәйәләр яҙҙырыла һәм эфирға сығарыла, — тиҙәр радио хеҙмәткәрҙәре. — Аудиокитап нәшер итеү беҙҙең өсөн яңылыҡ булып тора, әммә радио тыңлаусылар өсөн мөһим. Диск әҙәбиәт һөйөүселәргә оҡшар, һәм беҙ артабан да заманса техник сараларҙы ҡулланып, уларҙы рухи яҡтан байытырбыҙ, тип ышанабыҙ».
Аудиокитапты Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте магазиндарында һатып алырға мөмкин.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика