08:15 (UTC+5), 15 Сентября 2015

«Әллүки» балалар журналы Бөтә Рәсәй фестивалендә иң яҡшыһы тип танылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. Евпаторияла (Ҡырым Республикаһы) Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ һәм ҡала хакимиәте булышлығында Бөтә Рәсәй Балалар матбуғаты фестивале ойошторолдо. Унда «Ҡыҙыл таң» гәзитенә ҡушымта рәүешендә нәшер ителгән «Әллүки» журналы ҡатнашты һәм «Балалар өсөн иң яҡшы журнал» номинацияһында еңеү яуланы.
Фестивалдең тәүге көнө эшлекле саралар менән асылды. Түңәрәк өҫтәл артында нәшерселәр һәм төбәктәрҙең тармаҡ департаменттары, федераль министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре балалар матбуғатының мөһим мәсьәләләрен тикшерҙе. Фекер алышыу һөҙөмтәләре балалар өсөн баҫмаларҙы үҫтереү буйынса документтың нигеҙенә һалынасаҡ.
Байрам программаһында белем биреү, күңел асыу программалары, уйын шоуҙары ҡаралғайны. Айырым майҙансыҡта иһә «Мурзилка», «Клепа», «Чудеса и Приключения» журналдары, «Эгмонт» нәшриәте мөхәррирҙәре һәм нәшерселәре оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.
Фестиваль «Тылсымлы һүҙ» һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы менән тамамланды. Бәйгелә төбәктәрҙәге балалар һәм үҫмерҙәр баҫмаларының нәшерселәре ҡатнашты. Мәскәү, Липецк, Белгород өлкәләре баҫмалары һәм Башҡортостандан татар телендәге «Әллүки» журналы еңеү яуланы, тип хәбәр иттеләр «Ҡыҙыл таң» гәзите редакцияһында.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика