10:27 (UTC+5), 11 Сентября 2015

Республиканың баш ҡалаһында «Көмөш быуат солғанышында» исемле моноспектакль ҡуйыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 26 сентябрҙә М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында романс һәм шиғриәт һөйөүселәр өсөн Рус драма театры артисы Тимур Ғарипов сығыш яһай. Сара Әҙәбиәт йылы сиктәрендә уҙғарыла.
«Көмөш быуат солғанышында» исемле моноспектаклдә актер гитара моңдары аҫтында шиғырҙар уҡыясаҡ һәм бөйөк шағирҙар — Анна Ахматова, Александр Блок, Александр Вертинский, Николай Гумилев, Осип Мандельштам, Игорь Северянин, Георгий Иванов, Михаил Кузьминдың шиғырҙарына ижад ителгән романстар башҡарасаҡ.
Тимур Ғарипов — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Рус шиғриәтенең алтын быуаты» девизы аҫтында Театр эшмәкәрҙәре союзы иғлан иткән «Һүҙ оҫтаһы» конкурсы еңеүсеһе.
Кисә икенсе залда киске сәғәт 7-лә башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика