12:08 (UTC+5), 10 Сентябрь 2015

Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский төбәктә Хәрби Дан мемориалын асасаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 11 сентябрҙә Башҡортостанға Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский килә. Был хаҡта республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Ҡырмыҫҡалы районында министр «Легендаға әйләнгән исемдәр» республика фестивалендә һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына, уның командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған Хәрби Дан мемориалын асыуҙа ҡатнашасаҡ. Монументтың авторы — Рәсәй скульпторы һәм архитекторы Денис Стритович. Һәйкәл Башҡортостан Башлығы грантына, Рәсәйҙең Хәрби-тарихи ойошмаһы аҡсаһына һәм республика халҡы ярҙамы менән төҙөлгән.
Был көндә Шайморат ауылында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата «Күп милләтле Еңеү» күргәҙмәһен, «Башҡортостан халыҡтары Тыуған илен яҡлағанда» ғилми-ғәмәли конференцияһын ойоштороу ҡаралған.
Иртән бында «Һуғыш уты көйҙөргән йырҙар» М.М.Шайморатов исемендәге асыҡ республика фестивале уҙғарыла. Тауһеңер баҫыуында пехота, артиллерия һәм кавалерия ҡатнашлығында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һуғышының хәрби-тарихи реконструкцияһы күрһәтеләсәк. «Первушино» аэродромы парашютсылары авиашоу әҙерләй. Эҙәрмән отрядтарының оҫталыҡ дәрестәре һәм Башҡортостан үҙешмәкәр коллективтарының концерты буласаҡ.
Шул уҡ көндә Өфө амфитеатрында (Конгресс-холл майҙаны) Рәсәй ведомствоһы башлығы «Симфония төнө» концертында ҡатнаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика