12:34 (UTC+5), 10 Сентября 2015

Өфөлә Ғ.Камал исемендәге Татар театрының гастролдәре башлана

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн Өфөлә Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрының гастролдәре башлана. Гастролдәр 10 сентябрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры сәхнәһендә Йон Фоссеның «Йәйҙең бер көнөндә» спектакле менән асыла.
10 сентябрҙән 17-нә тиклем күрше республиканың иң боронғо театры вәкилдәре Башҡорт академия драма театры һәм Өфө «Нур» татар театры сәхнәләрендә 10 спектакль күрһәтәсәк. Бөтә спектаклдәр ҙә рус теленә тәржемә ителә.
Башҡорт академия драма театры коллективы Силәбе өлкәһенә гастролдәргә сығырға әҙерләнә. 21 сентябрҙән 25-нә тиклем кескәй тамашасыларҙы Шарль Перроның «Итекле бесәй» әкиәте (В.Ганзенко, режиссеры И.Ҡаҙаҡбаев) менән осрашыу көтә, өлкәндәргә иһә Салауат Әбүзәрҙең «Хыялый» лирик комедияһы (режиссеры А.Йәнбәков) тәҡдим ителә. Башҡорт академия драма театры актерҙары Эҫем, Һатҡы, Миәс, Златоуст ҡалаларында, Тимирязев ҡасабаһында буласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика