06:28 (UTC+5), 08 Сентября 2015

Силәбенең ҡул эше оҫталары башҡорт кейемен тегергә өйрәнде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Силәбелә башҡорт кейеменең атрибуттарын әҙерләү буйынса икенсе оҫталыҡ дәресе үтте. Ойоштороусылар булып Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре союзы ағзалары сығыш яһаны.
Сараны Өфөнән килгән эксперттар: «Хазина» ҡул эше түңәрәгенең кураторы Хәмдиә Ҡунаҡҡолова менән этнограф, Республика халыҡ ижады үҙәгенең баш белгесе, Сәсәндәр үҙәге етәксеһе урынбаҫары Гөлгөнә Баймырҙина уҙғарҙы.
Оҫталар башҡорт кейеменең тарихы һәм уның төбәккә бәйле үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне, кейемдең атрибуттарына (яулыҡ, селтәр, яға, һаҡал, түбәтәй, ҡалпаҡ, ҡашмау) ентеклерәк туҡталды. Практик өлөштә ҡатнашыусылар кейемдең айырым бер детален әҙерләргә өйрәнде.
Үҙ мәҙәниәтеңде тәрәнерәк өйрәнеү теләге төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштерҙе. Улар Арғаяш, Ҡоншаҡ, Сосновка райондарынан, Силәбе һәм Учалы ҡалаларынан килгәйне.
«Ошо сараны икенсе тапҡыр үткәрҙек. Тәүге оҫталыҡ дәресен июндә ойошторғайныҡ. Унда ҡатнашыусылар селтәр тегергә өйрәнде. Ике оҫталыҡ дәрестәренә йомғаҡ яһап, Силәбе ҡатын-ҡыҙҙары араһында милли кейемгә ҡыҙыҡһыныу ҙур тип әйтергә мөмкин. Ҡул эше оҫталары өсөн тейешле майҙансыҡ булмауы проблема тыуҙырҙы. Семинарҙан һуң күптәрҙә башҡорт кейемен тегеү теләге уянды», — тип һөйләнеләр ойоштороусылар.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика