13:01 (UTC+5), 04 Сентябрь 2015

Баш ҡалала М.Ғафури һәм Ғ.Камал исемендәге театрҙар берлектәге ижади проект тәҡдим итә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 13 сентябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының бәләкәй залында «Уйлан, кеше!» тип аталған әҙәби-музыкаль кисә була. Башҡорт академия драма театры һәм Ғ.Камал исемендәге Татар театры актерҙары берлектәге проект тәҡдим итә. Уның нигеҙендә — билдәле музыкант һәм йырсы Радик Динәхмәтов төҙөгән «Кеше» исемле шиғырҙар йыйынтығы. Әҙәбиәт йылында Өфөлә һәм Ҡазанда китаптың исем туйы булды.
Өфө актерҙары Таңсулпан Бабичева, Хөрмәтулла Үтәшев, Илһөйәр Ғизетдинова, Илдар Ғүмәров, Светлана Хәкимова, Айһылыу Йомағолова, Фәнис Рәхмәтов, Фирғәт Ғарипов һәм Ҡазан ҡунаҡтары Хәлим Жәләлов, Илдус Әхмәтйәнов, Илтөҙәр Мөхәмәтғәлиев, Эмиль Талипов, Ирек Кашапов, Илнур Закиров, Ришат Әхмәҙуллин, Фәннүр Мөхәмәтйәнов тамашасыларға шиғри һүҙ менән мөрәжәғәт итәсәк. Кисәнең режиссер-ҡуйыусыһы — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев.
Актерҙар уҡыуындағы шиғырҙар аудиодискка яҙҙырылған, яҡын арала уларҙы күрергә мөмкин. Сара киске сәғәт 6-ла башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика