17:37 (UTC+5), 03 Сентября 2015

Өс башҡорт фильмы Ҡазан халыҡ-ара мосолман киноһы фестивалендә ҡатнаша

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостан» киностудияһында төшөрөлгән өс кинотаҫма XI Ҡазан халыҡ-ара мосолман киноһы фестивалендә ҡатнаша. Фестиваль 5 сентябрҙән 11-нә тиклем уҙа. «Ҡыҫҡа метражлы уйын фильмдары» номинацияһында конкурс программаһында режиссер Айнур Асҡаровтың «Әсә» фильмы, «Ҡыҫҡа метражлы документаль фильм» номинацияһында режиссер Насур Юрушбаевтың «Ике тотҡон: Жәүит менән Вальтер», «Анимация фильмы» номинацияһында Рим Шәрәфетдиновтың «Ни пуха, ни пера!» фильмы ҡатнаша.
Мосолман киноһы фестивале приздарына донъяның 25 иленән 51 кинотаҫма дәғүә итәсәк. Фестивалгә бөтәһе 700 самаһы ғариза ебәрелгән. Шулар араһынан билдәле кино белгесе Сергей Лаврентьев етәкселегендәге комиссия һәр номинация өсөн 10 фильм һайлап алған. Конкурс номинацияһында биш номинация ҡаралған — «Уйын тулы метражлы кино», «Уйын ҡыҫҡа метражлы кино», «Документаль тулы метражлы кино», «Документаль ҡыҫҡа метражлы кино» һәм «Анимация киноһы».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика