12:13 (UTC+5), 01 Сентября 2015

Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең продукцияһы Мәскәүҙә күрһәтелә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 1 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең продукцияһы Мәскәүҙә күрһәтелә. Нәшриәт 2 сентябрҙән 6-на тиклем Мәскәүҙең Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә уҙғарыласаҡ 28-се Халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһендә ҡатнаша.
Күргәҙмәгә килеүселәр өсөн нәшриәт Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған китаптар әҙерләгән. Шулай уҡ әҙәбиәт һөйөүселәргә нәфис әҙәбиәт, сәнғәт, балалар өсөн, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса китаптар тәҡдим ителә.
Күргәҙмә-йәрминкәнең төп идеяһы — илебеҙ халҡын китап уҡыуға йәлеп итеү. Иң яҡшы баҫмаларҙы баш ҡалала күрһәтеү китаптың, мәҙәниәттең һәм мәғарифтың әһәмиәтен билдәләүгә өндәй, Рәсәйҙә һәм донъяла рус әҙәбиәтен популярлаштырыуға булышлыҡ итә. Күргәҙмә-йәрминкә рус һәм Рәсәй халыҡтары телдәрендәге әҙәбиәттең үҫешенә, китап сығарыуға ярҙам итеүсе төбәк властарында ҙур хуплау тапты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика