11:17 (UTC+5), 28 Август 2015

Баш ҡала халҡын «Әҙәби бала саҡ»ҡа сәйәхәткә саҡыралар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 28 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 1 сентябрҙә Башҡортостандың Милли музейында «Әҙәби бала саҡ» акцияһына йомғаҡ яһау тантанаһы була. 5 марттан 25 авгусҡаса Милли музей ХХ быуатта нәшер ителгән балалар өсөн китаптар, китап уҡыусы балалар төшөрөлгән фотоһүрәттәр ҡабул итте. Белем көнөндә акцияға йомғаҡ яһала.
Музейҙа 1940-1980 йылдарҙағы балалар әҙәбиәтенең уҡыу залы асыла. Бында килгән һәр кем бала саҡта ата-әсәһенең, олатай-өләсәйҙәренең ниндәй китап яратҡанлығын белә, шиғырҙар һәм әкиәттәр, мажаралы һәм тарихи әҫәрҙәр уҡый ала. Тәҡдим ителгән йыйынтыҡтарҙың барыһын да музейға Өфө халҡы бүләк иткән.
Шулай уҡ ҡунаҡтар 1960-1980 йылдарҙа белем алған уҡыусыларҙың мәктәп кәрәк-яраҡтарын күрәсәк, ХХ быуат уртаһындағы әлифбалар һәм дәреслектәр менән танышасаҡ. «Уйҙа ғына ҡағыҙ китаптар, ҡараны дәфтәргә тамыҙмаҫ өсөн хәрефтәрҙе матур итеп яҙырға кәрәк булған осорға күсергә мөмкин буласаҡ», — тип билдәләнеләр акцияны ойоштороусылар.
Сара Совет урамы, 14 адресы буйынса көндөҙгә сәғәт 12-лә асыла. Телефон: 273-50-27.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика