ӨФӨ, 2015 йыл, 27 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 10 сентябрҙән 17-нә тиклем Өфөлә Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры гастролдәре
үтә. Быйылғы гастролдәрҙең үҙенсәлеге шунда: тәүге тапҡыр Ҡазан ҡунаҡтарын бер юлы ике театр — М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры һәм Өфө «Нур» татар театры ҡабул итә. Спектаклдәр һәм театрҙың ижади тормошо хаҡында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында директор Илфир Яҡупов, баш режиссер Фәрит Бикчәнтәев һәм Ғ.Камал исемендәге театр актеры Радик Барыев, шулай уҡ ҡабул итеүсе театрҙарҙың етәкселәре Олег Ханов һәм Илдар Хәзиев һөйләне.