12:37 (UTC+5), 24 Августа 2015

«Крутушка-2015» халыҡ-ара этник фестивалендә башҡорттар Ҡазанды «алды»

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 24 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Татарстанда «Крутушка-2015» VII халыҡ-ара этник музыка фестивале тамамланды. Башҡортостандың «Сал Урал» этно-төркөмө фестивалдең иң сағыу йондоҙҙарының береһе булды. «Был юлы Ҡазанды башҡорттар алды», — тип яҙа Татарстанда «Комсомольская правда» сайты.
«Сал Урал» этно-инструменталь квартеты бер нисә композиция башҡарҙы. Рәис һәм Айназ Низаметдиновтар, Илһам Байбулдин, Илдар Шакиров тамашасыларға өзләү һәм ҡурайҙа уйнау оҫталығын күрһәтте. «Ҡазанды алыу» маршы Башҡортостан коллективының иң юғары нөктәһе булды. Марштан һуң Айназ Низаметдинов «Һунарсы бейеүен» башҡарҙы.
«Крутушка» фестивалендә икенсе тапҡыр ҡатнаштыҡ, — тине Рәис Низаметдинов. — Ҡурайға һәм думбыраға ҡушылып өзләү беҙҙең проектта төп урынды биләй. Ситтә башҡорт өзләүен күберәк беләләр. Беҙ Пермь крайында, Татарстанда, сит илдәрҙә йыш сығыш яһайбыҙ. Бөтә ерҙә лә был сәнғәт төрө бик популяр, тыуған төйәгебеҙҙә ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, актуаль түгел».
Төркөмдөң репертуарында — башҡорт фольклоры һәм автор композициялары. Фестивалдә башҡорт проектында ҡатнашыусылар сәхнәлә сығыш яһап ҡына ҡалманы, өзләү буйынса оҫталыҡ дәресе лә үткәрҙе.
«Крутушка-2015» фестивалендә Рәсәйҙән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән 20-нән ашыу коллектив — төрлө халыҡтарҙың фольклор төркөмдәре, шулай уҡ бейеү һәм театр коллективтары ҡатнашты. Фестивалдә тере тауыш менән сығыш яһауға өҫтөнлөк бирелә.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика