05:32 (UTC+5), 24 Августа 2015

Баш ҡалала шағирә һәм педагог Рәсимә Ураҡсина вафат булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 24 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Кисә күренекле шағирә һәм педагог Рәсимә Ураҡсина ауырығандан һуң 65-се йәшендә вафат булды.
Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы Ураҡсина 1950 йылдың 19 октябрендә Башҡортостандың Дәүләкән районы Яңы Яппар ауылында донъяға килгән. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Оҙаҡ йылдар Сибай педагогия училищеһында уҡытҡан. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһында, Өфөләге 2-се педагогия колледжында фән буйынса директор урынбаҫары, БДПУ-ның мәктәпкәсә белем биреү методикаһы һәм педагогия кафедраһы доценты, Мәскәүҙә М.С. Щепкин исемендәге юғары театр училищеһында эшләгән. Шағирә, драматург, фольклорсы, тәржемәсе, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, филология фәндәре кандидаты, СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, республиканың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, «Үҙешмәкәр сәнғәттәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы бар.
Рәсимә Ураҡсина балалар яҙыусыһы булараҡ танылыу яуланы. Уның «Тәтәй ҡалаҡ баҙарҙа», «Тәмле, тәмле, тәмлекәс» тигән шиғри йыйынтыҡтары, «Йомро-йомро ер шары» пьесаһы донъя күрҙе. Композиторҙар Рәсимә Ураҡсинаның шиғырҙарына балалар өсөн бик күп йырҙар ижад итте. Ул оҙаҡ йылдар балалар фольклорын йыйыу һәм уны теоретик яҡтан нигеҙләү менән шөғөлләнде, уның ҡатнашлығында башҡорт балалар фольклорының беренсе һәм икенсе томдары баҫылып сыҡты. Пьесалары Сибай театрында, Милли йәштәр театрында ҡуйылды. Сит ил һәм рус классиктарының пьесаларын тәржемә итте, А.Найденовтың «Ванюшин балалары», Ж.Б.Мольерҙың «Дон Жуан» пьесаларын, У.Шекспирҙың «Ромео һәм Джульетта» трагедияһын башҡортсаға ауҙарҙы.
Мәрхүмә менән бәхилләшеү 25 августа иртәнге сәғәт 10-да Яҙыусылар союзында үтәсәк. Рәсимә Ураҡсина Затондағы Көньяҡ зыяратта ерләнәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика