Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
0 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Август 2015, 12:02

Рәсәйҙең иң яҡшы гармунсыһы өфөләрҙе «Ватан» этник паркына бушлай концертҡа саҡыра

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 5 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Рәсәйҙең иң яҡшы гармунсыһы Хәйҙәр Яҡшыбаев өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын «Ватан» этник паркына бушлай концертҡа саҡыра. Ике рәтле гармунда төрлө көйҙәрҙе оҫта башҡарыусы билдәле музыканттың, Новосибирскиҙа Геннадий Заволокин исемендәге I Халыҡ-ара гармунсылар конкурсында Алтын кубок һәм Рәсәйҙең иң яҡшы гармунсыһы исемен яулаған еңеүсенең концерты кесаҙна, 6 августа, була.
Хәйҙәр Яҡшыбаев роялдәрҙе, пианиноларҙы көйләй, шулай уҡ баяндарҙы, гармундарҙы, аккордеондарҙы реставрациялай. Күңеленә яҡын тағы бер шөғөлө бар уның — ҡиммәтле гармун өлгөләренең коллекцияһын йыя. Коллекцияһындағы иң ҡиммәтле экспонатҡа — олатаһынан ҡалған инглиз гармунына 200 йылдан ашыу.
Концерт киске сәғәт 7-лә башлана, инеү ирекле, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Читайте нас