10:38 (UTC+5), 04 Августа 2015

Башҡорт рәссамы ТӨРКСОЙ-ҙың XVIII пленэрында ҡатнашты

ТӨРКСОЙ-ҙың матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 4 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Төркиәнең Аҡһарай ҡалаһында ТӨРКСОЙ-ҙың XVIII пленэрында ҡатнашыусыларҙың күргәҙмәһе асылды, быйыл унда 18 илдән ижадсылар йыйылды. Ике аҙна дауамында төрки илдәре һәм төбәктәренән килгән 21 рәссам төрлө жанрҙа һәм стилдә 100-ҙән ашыу рәсем төшөрҙө. Күргәҙмә ҡала халҡында һәм матбуғат вәкилдәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Азербайжан, Төркиә, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Төньяҡ Кипр, Болгария, Германия һәм башҡа илдәрҙең сәнғәт әһелдәре менән бер рәттән пленэрҙа башҡорт рәссамы Рәлиф Әхмәтшин да ҡатнашты. Төрки донъяһы рәссамдарының сираттағы осрашыуын ТӨРКСОЙ Аҡһарай хакимиәте менән берлектә ойошторҙо. Күргәҙмәне асыу тантанаһында Аҡһарай мэры Халюк Шахин Яҙғы ҡатнашты. Ул экспозиция менән ентекле рәүештә танышты һәм пленэрҙа ҡатнашыусы һәр кемде сәләмләне.
«Бына 18 йыл инде рәссамдарҙың осрашыуы ТӨРКСОЙ-ҙың саралар календарында мөһим урын биләй. Ошо осрашыуҙарҙың ижади мөхите мәҙәниәттәрҙе байытыуға булышлыҡ итә. Бында яҙылған картиналар ТӨРКСОЙ-ҙың коллекцияһын тулыландыра, ул үҙ сиратында донъяның байтаҡ илдәрендә күрһәтелә, кешеләрҙе төрки халыҡтарының мәҙәниәте менән таныштыра», — тип билдәләне ТӨРКСОЙ-ҙың генераль секретары Дүсән Касеинов.
«Һәр пленэр — оло тәжрибә һәм аралашыу. Был ижади, профессиональ яҡтан даирәне киңәйтә. Ошо ике аҙна минең өсөн бик файҙалы булды», — тип тәьҫораттары менән бүлеште Рәлиф Әхмәтшин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика