Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.47
+0.18
21+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Август 2015, 16:53

Башҡортостандың мәҙәниәт эшмәкәрҙәре республика Башлығы грантын алыу мөмкинлегенә эйә

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы 2016 йылға республика Башлығы гранттарын алыуға ғаризалар ҡабул итә башланы. Быйыл мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре өсөн 90 мең һумлыҡ 25 грант, ә ижади коллективтар өсөн 270 мең һумлыҡ биш грант әҙерләнгән.
«Гранттар музыка, театр, белем биреү, бейеү һәм һынлы сәнғәт, кинематография, архитектура һәм дизайн, музей һәм китапхана эше, художество кәсептәре һәм һөнәрҙәре, халыҡ ижады өлкәләрендә мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлау, арттырыу, таратыу һәм үҙләштереү буйынса ижади проекттарға ярҙам итеү, шулай уҡ республиканың мәҙәни ҡеүәтен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн булдырылған», — тиелә Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының белдереүендә.
Грант алыуға ғаризаның формаһы менән ведомствоның сайтында танышырға мөмкин.
Читайте нас: