07:12 (UTC+5), 29 Июль 2015

«Байыҡ» балалар бейеү конкурсында Гран-приҙы Әбйәлил районынан Искәндәр Хәлилов яуланы

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы сайтынан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 29 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. «Байыҡ» балалар бейеү конкурсында Гран-приҙы Әбйәлил районынан Искәндәр Хәлилов яуланы. Дуэттар араһында — Стәрлетамаҡ районынан Илһам Ғималов менән Урал Ҡолмөхәмәтов, ансамблдәр араһында Мәләүез ҡалаһының «Йәйғор» өлгөлө бейеү ансамбле менән Учалы районының «Осҡон» өлгөлө бейеү ансамбле иң яҡшылар тип табылды.
Гала-концерт «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркында булды. «Байыҡ-2015» башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың республика конкурсына һайлап алыу турында өс йәштән 15 йәшкәсә 2,5 мең бала ҡатнашты һәм шуларҙың 450-һе генә финалға сыҡты, тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Гала-концертта ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм Күгәрсен районы башлығы Фәрит Мусин сәләмләне.
Ведомство етәксеһе төбәктә башҡорт мәҙәниәтен һаҡлауҙың мөһимлеген билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, тап йәш быуын телде, мәҙәниәтте һәм йолаларҙы һаҡлауға ҙур өлөш индерә.
Министр Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе: «Байыҡ» балалар конкурсы кеүек проекттар бейеү сәнғәтенең үҫешенә булышлыҡ итә. Быйыл ғына 2500 самаһы бала һынау тотто. Был иһә республикала башҡорт бейеү мәктәбенең үҫеше өсөн яҡшы мөмкинлектәр булыуы хаҡында һөйләй. Ете йыллыҡ тарихлы «Байыҡ» балалар бәйгеһе — бейеүселәрҙең күбеһе өсөн сәнғәт донъяһына тәүге аҙым. Быйылғы конкурста ҡатнашып, ҡыҙҙар һәм егеттәр яңы дуҫтар тапҡандыр, онотолмаҫ тәьҫораттар алғандыр тип ышанам!».
Гала-концертта Башҡортостандың ҡала һәм райондарынан, шулай уҡ Татарстан, Тыва республикаларынан, Әстрхан һәм Ульяновск өлкәләренән килгән балалар ҡатнашты.
Конкурсанттарҙың сығышын Башҡортостандың халыҡ артисы Радмир Бәҙретдинов (жюри рәйесе), Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәнил Әсәҙуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рөстәм Хәйруллин, Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының ҡуйыусы хореографы, Учалы филармонияһы режиссеры Гөлназ Ғайсарова, атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рита Өмөтбаева баһаланы.
Конкурсты ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Күгәрсен районы хакимиәте.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика