Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Июль 2015, 14:30

Башҡортостан хаҡында пластилин йәнһүрәт төшөрөлгән

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостан хаҡында йәнһүрәт төшөрөлгән. Ул «Мульти-Рәсәй» илдең төрлө төбәктәре, ҡалалары һәм халыҡтары тураһында фильмдар циклына ингән. Уны YouTube-ла проекттың рәсми каналында ҡарарға мөмкин.
Бер минутлыҡ роликта республиканың төп символдары: баҡыр, «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы, Шүлгәнташ мәмерйәһе, нефть, Салауат Юлаев тураһында бәйән ителә.
«Мульти-Рәсәй» фильмдар циклы 2006 йылдан төшөрөлә. Һәр фильм бер минут бара. Роликтар «Пилот» студияһында пластилин технологияһы буйынса эшләнгән. Илдең рәсми булмаған видеоэнциклопедияһын тәшкил итәсәк 100-ҙән ашыу фильм төшөрөү ҡаралған.
Читайте нас