11:20 (UTC+5), 23 Июль 2015

Республикала «Әҙәби сығанаҡ» арт-проектының презентацияһы уҙҙы

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Күмертау ҡалаһы республика әҙәби марафоны эстафетаһын ҡабул итте. Байрам программаһында балалар моделле китапханаһына, ҡаланың тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына барыу, Хәрби һәм хеҙмәт даны монументына сәскәләр һалыу ҡаралғайны. Марафонда ҡатнашыусылар түңәрәк өҫтәл артында Күмертау ҡалаһының башлап яҙыусы әҙәбиәтселәре менән осрашты һәм уларҙың ижадын баһаланы. Ҡаланың үҙәк китапханаһында йәштәрҙең «102 тыуған яҡты өйрәнеүсе» мультимедиа студияһының презентацияһы булды. Проект — «Библио киңлеге» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе.
Мәжит Ғафури исемендәге паркта «Әҙәби сығанаҡ: Күмертау варианты» урам арт-проекты күрһәтелде. Ойоштороусылар щиттарға, баннерҙарға, эскәмйәләргә, туҡталыштарға билдәле шағирҙарҙың, яҙыусыларҙың ҡанатлы һүҙҙәрен яҙып, ҡала халҡын китап уҡыуға йәлеп итергә ниәтләй.
Байрам саралары «Тыуған ҡалабыҙҙың моңдары» тип аталған әҙәби-музыкаль кисә менән тамамланды. Ейәнсура районы вәкилдәре Әҙәбиәт йылының символын кәүҙәләндергән ҙур китапты Күмертауға тапшырҙы. 25 июлдән һуң ул Күгәрсен районына тапшырыласаҡ.
Күмертауҙа үткән Әҙәби марафонда яҙыусы һәм публицист Ғәлим Хисамов, журналист һәм шағирә Светлана Ғәфүрова, шағир Тимерйән Ниәтшин, яҙыусы Леонид Соколов, шағир һәм яҙыусы Әхмәр Үтәбай, Мәжит Ғафури исемендәге музей һәм Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китахана хеҙмәткәрҙәре Олеся Әхмәтрәхимова менән Инна Соколова ҡатнашты.
Әҙәбиәт йылына арналған республика марафоны быйыл ғинуар айында башланды. Уның төп маҡсаты — райондарҙа һәм ҡалаларҙа йәшәгән йәш яҙыусыларҙы эҙләп табыу һәм уларға ярҙам итеү.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика