05:02 (UTC+5), 21 Июля 2015

Башҡортостанда «Йәш тауыштар» конкурсы яңы исемдәр асты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 21 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ҡариҙел районында эстрада йырын башҡарыусыларҙың «Йәш тауыштар» III республика конкурсы уҙҙы. Баһалама ағзаларының берҙәм ҡарары менән Гран-приға Баҡалы районынан Екатерина Митрофанова лайыҡ булды, Мишкә районынан Марсель Сәлимов I дәрәжә лауреат исемен яуланы.
Бәйгелә республиканың төрлө райондарынан килгән 59 йәш башҡарыусы — 16 йәштән 35 йәшкәсә һәүәҫкәр йырсылар һәм махсус урта музыка уҡыу йорттарының I-II курс студенттары ҡатнашты. Проекттың төп үҙенсәлеге шунда: ул Башҡортостан халыҡтары телдәрендә милли эстрада йырҙарын үҫтереүгә һәм пропагандалауға, йәш башҡарыусылар араһында дуҫтарса бәйләнештәрҙе нығытыуға, уларҙың ижади аралашыуына булышлыҡ итә. «Конкурс йәш йырсыларҙы юғары кимәлдәге йыр бәйгеләренә әҙерләү майҙансығына әүерелә», — тип билдәләй ойоштороусылар.
Жюри составында билдәле йырсылар Вәхит Хызыров һәм Лариса Әхмәтова, композитор Нур Дауытов, Республика халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәре Наталья Кондакова бар ине. Гала-концерт күп милләтле республиканың йәштәр ижады байрамына әүерелде: рус, башҡорт, татар һәм мари йырҙарынан тыш, программала украин, белорус, молдаван һәм сиған телдәрендә йырҙар яңғыраны.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика