06:27 (UTC+5), 16 Июля 2015

Өфөлә «Китап уҡыусы троллейбус» пассажирҙары «Толпар» журналы менән танышты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 15 июлдә Өфөлә «Китап уҡыусы троллейбус» татар телендә сыҡҡан «Толпар» журналы хеҙмәткәрҙәрен ҡабул итте. Журналдың бүлек мөхәррирҙәре Мөнир Вафин, Дилбәр Сөләймәнова, Индира Муллайәнова, фотожурналист Наил Акмеев «Башҡорт драма театры» — «Колхоз баҙары» маршруты пассажирҙарын байрамса кәйеф менән ҡаршы алды.
«Толпар» хеҙмәткәрҙәре баҫма, матбуғатҡа яҙылыу тураһында мәғлүмәт бирҙе. Өфөләр журналдағы рубрикалар, журналист һөнәренең үҙенсәлектәре менән ҡыҙыҡһынды.
«Китап уҡыусы троллейбус» акцияһында шағирә, популяр йырҙар авторы Виниса Фәттәхова, бер нисә шиғырҙар йыйынтығы авторы, отставкалағы офицер, хеҙмәт ветераны Фәрит Зарипов, инженер, автор-башҡарыусы Вил Латипов та ҡатнашты. Улар шиғырҙар уҡыны, башҡорт, татар, рус телдәрендә халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡарҙы.
Республика гәзит, журнал редакцияларының күбеһе Әҙәбиәт йылына арналған «Китап уҡыусы троллейбус» акцияһында ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика