Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
0 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Июль 2015, 11:11
Башҡортостанда Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһына дәғүә итеүгә 27 эш тәҡдим ителгән
ӨФӨ, 2015 йыл, 14 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына дәғүә итеүгә 27 эш тәҡдим ителгән. Шуларҙың бишәүһе — әҙәбиәт, икәүһе — архитектура, 20-һе сәнғәт өлкәһендә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Әҙәбиәт өлкәһендәге әҫәрҙәр – матбуғатта баҫылып сыҡҡандан һуң, музыка, театр, һынлы сәнғәт, хореография, сәнғәт, кино һәм телевидение өлкәһендәге әҫәрҙәр концерттарҙа, күргәҙмәләрҙә, театрҙар һәм кинотеатрҙарҙағы премьераларҙа, радио һәм телевидение аша халыҡҡа сығарылып, йәмәғәтселек танышҡандан һуң, архитектура өлкәһендә объекттар файҙаланыуға тапшырылғандан һуң ғына йәштәр премияһына тәҡдим ителде.
Ошо тармаҡ, шулай уҡ фән һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренән торған комиссия өс еңеүсене билдәләйәсәк. Премия лауреаттары Республика көнөндә бүләкләнәсәк, уның күләме 150 мең һум тәшкил итә.
Теги:
йәштәр
премиялар
ш.бабич
Читайте нас