08:34 (UTC+5), 13 Июль 2015

Өфөлә «Изге ҡулдарҙан китап» эстафетаһында ҡатнашыусылар күп балалы ғаиләләргә ярҙам итә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 13 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 14 июлдә «Китап» нәшриәте магазинында Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы уңайынан «Изге ҡулдарҙан китап» акцияһында ҡатнашыусыларҙың сираттағы осрашыуы була. Эстафета Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Азат Ибраһимовҡа тапшырыла. Сара көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.
«Китап» нәшриәтенең эстафетаһы милли баҫмаларҙы пропагандалау, йәш быуынды тәрбиәләү һәм китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу маҡсатында уҙғарыла. Эстафетала ҡатнашыусылар нәшриәт магазинында китап һайлап алып, уларҙы ойошмаларға, күп балалы ғаиләләргә бүләк итә.
Акция 10 июндә старт алды. Уны Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбаев башлап ебәрҙе. Сарала Өфө сәнғәт академияһы профессоры Таңсулпан Бабичева, Мәжит Ғафури исемендәге Мәҙәниәт фонды рәйесе Люция Камаева, популяр йырсы, музыкант Радик Динәхмәтов, республиканың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы директоры урынбаҫары Олег Кушнерук һәм Башҡортостандың Милли симфоник оркестры етәксеһе Алексей Воронин ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика