11:37 (UTC+5), 09 Июля 2015

Өфөләге симфоник open air федераль яҡтан финансланыуы ихтимал — Владимир Мединский

сараның рәсми сайтынан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 9 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. «Симфоник төн» проектының маҡсатлы программаға инеүе һәм федераль яҡтан финансланыуы ихтимал. Был турала Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский Өфөлә БРИКС саммиты сиктәрендә барған брифингта хәбәр итте.
«Проект оҡшаны. Мин уны федераль бюджеттан аҡса бүлеп, «Мәҙәниәт» федераль маҡсатлы программаһына индерергә тәҡдим иттем», — тине министр.
Владимир Мединский фекеренсә, асыҡ һауалағы концерт йәштәр араһында классик музыканы пропагандалау өсөн бик һәйбәт. Федераль аҡсаға дәғүә итеү өсөн сараға меңдәрсә тамашасы килергә тейеш. «25 мең — иң сикке кимәл», — тип аңлатма бирҙе министр. Киләһе open air сентябргә билдәләнгән. Ул композитор Петр Чайковскийҙың тыуыуына 175 йыл тулыуға арналасаҡ.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика