08:50 (UTC+5), 03 Июля 2015

Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттары көндәрендә бай мәҙәни программа ойошторола

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 3 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттары көндәрендә бай мәҙәни программа ҡаралған. Башҡортостандың баш ҡалаһына Мәскәүҙең билдәле театр коллективтары гастролгә килә, Өфөнөң театрҙары һәм концерт ойошмалары ла үҙҙәренең иң яҡшы спектаклдәрен һәм тамашаларын тәҡдим итә.
Өфөлә беренсе тапҡыр Мәскәүҙең «Петр Фоменконың оҫтаханаһы» театрының гастролдәре үтә. Спектаклдәр 7 һәм 8 июлдә — Рус драма театры, 10 һәм 11 июлдә «Нур» Өфө дәүләт татар театры сәхнәһендә ҡуйыла. Тәүге ике көндә театр Петр Фоменко ҡуйған Лев Толстойҙың «Һуғыш һәм тыныслыҡ. Романдың башы. Сәхнәләр» спектаклен күрһәтәсәк. Артабанғы көндәрҙә коллектив Өфө тамашасыһын Иван Буниндың хикәйәләре буйынса «Һуңғы осрашыу» спектакле менән шатландырасаҡ.
ШОС һәм БРИКС халыҡ-ара саммиттары ваҡытында Өфөгә Мәскәүҙән тағы ла бер билдәле коллектив гастролгә килә. 8 июлдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Кремль балеты» театрының гала-концерты була. Художество етәксеһе — театрҙың баш балетмейстеры, Рәсәйҙең халыҡ артисы, Мәскәү премияһы лауреаты, профессор Андрей Петров.
7 июлдә, шишәмбе, «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә Башҡорт опера һәм балет театры башҡорт балет труппаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында Петр Чайковскийҙың легендар «Аҡҡош күле» балетын күрһәтәсәк.
10 июлдә тамашасыларҙың һорауы буйынса «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Милли симфоник оркестр «Саундтрек-концерт»ын ҡабатлаясаҡ. «Титаник», «Звездные войны», «Завтрак у Тиффани» кеүек популяр фильмдарға музыка яңғыраясаҡ. Дирижеры — Камил Абдуллин.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сит ил ҡунаҡтарына башҡорттарҙың менталитетын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған спектаклдәр һайлаған. 6 июлдә баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар Баязит Бикбайҙың һәм Хәмит Ирғәлиндың «Ҡаһым түрә» драмаһын, 7 июлдә — ХХ быуаттың бөйөк бейеүсеһе хаҡында «Руди — Never оff» спектаклен, 8 июлдә — Мөхәмәтша Буранғоловтың башҡорт халыҡ легендаһына нигеҙләнгән «Шәүрәкәй» музыкаль комедияһын, 9 июлдә Таңсулпан Ғарипованың «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара Юрға» мюзиклын ҡарай ала.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры театрҙың рухын, уның репертуар сәйәсәтен сағылдырған спектаклдәрен сәхнәгә ҡуя. 4, 6 һәм 10 июлдә тамашасыларға Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса драма тәҡдим ителә. 5 һәм 9 июлдә сәхнәлә — Флорид Бүләковтың «Ҡарт кейәүҙәр йәки Шомбай ҡоҙа» музыкаль комедияһы. 8-дә П.Бомаршеның «Тынғыһыҙ көн, йәки Фигароның өйләнеүе» спектакле күрһәтеләсәк. 3 һәм 7 июлдә тамашасылар Сыңғыҙ Айытматовтың «Диңгеҙ ярын иңләй ала эт» повесы буйынса философик хикәйәтен ҡарай ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика