12:30 (UTC+5), 02 Июля 2015

Айрат Тереғолов Нестеров исемендәге Башҡорт художество музейы директоры итеп тәғәйенләнде

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Айрат Тереғолов Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры итеп тәғәйенләнде. Ошо хаҡта Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр иттеләр.
Айрат Рәүеф улы Тереғолов 1957 йылдың 30 октябрендә Өфөлә тыуған. 200-ҙән ашыу республика, зона, төбәк, Рәсәй, сит ил һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан. Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетын тамамлаған. СССР-ҙың Рәссамдар союзы, Рәсәй Художество академияһы ағзаһы.
Айрат Тереғолов — Ғ.Сәләм исемендәге премия лауреаты, Рәсәй Художество академияһы дипломанты, «Урал-Х» төбәк сәнғәт күргәҙмәһендә Алтын миҙалға лайыҡ булған. Уның әҫәрҙәре Рәсәй һәм сит илдәрҙәге музейҙарҙа, галереяларҙа һәм шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика