12:17 (UTC+5), 23 Июня 2015

Башҡортостан юлдаш телеканалы актер Хәмит Яруллиндың иҫтәлегенә арнап фильм күрһәтәсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 23 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 27 июндә Башҡортостан юлдаш телеканалында киске 7 тула 15 минутта ҡыҫҡа метражлы «Япраҡ» фильмы күрһәтеләсәк. Уны былтыр «Башҡортостан» киностудияһында йәш режиссер Роман Пожидаев төшөргән. Был фильм билдәле башҡорт актеры, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Хәмит Яруллин өсөн һуңғыһы булды. Ул яңыраҡ, 5 июндә, донъя ҡуйҙы.
Фильмда Илһам исемле малай хаҡында һүҙ бара. Ул сирле олатаһының вафат булыуын теләмәй. Үҙенсә йәшәү һәм үлем араһындағы һорауҙы хәл итергә тырыша. Фильм актерҙың яҙмышы менән бергә үрелеп бара. Һуңғы йылдарҙа ул йыш сирләй һәм ролдәрҙән баш тарта. Сюжет буйынса, уға йәшлеге, вафат булған ҡатыны төшөнә инә, уны үҙенә саҡыра. Актерҙың тормош иптәше Зилара Әйүпова 2014 йылдың 20 сентябрендә яҡты донъя менән хушлашты. Коллегалары һүҙҙәренсә, Хәмит Ғатаулла улы хәләл ефетен юғалтыуҙы бик ауыр кисерә. Улар Мәскәүҙә уҡып йөрөгән йылдарҙа танышҡан булған. Оҙон, бәхетле ғүмер кисереп, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән.
«Күҙҙәре насар күреүенә һәм Бөрйән районының алыҫ булыуына ҡарамаҫтан, Хәмит Ғатаулла улы сценарийҙы уҡып сығыу менән риза булды. Уны фильмдың идеяһы илһамландырҙы. Ул фильм төшөрөүҙәге барлыҡ ауырлыҡтарға ла сыҙаны. Һуңғы ваҡытта уға шылтыратып, фильмдың фестивалдәрҙә уңыш ҡаҙаныуы хаҡында һөйләгәндә, Хәмит ағай: «Минең дә фильмдың геройы кеүек үк Зиларам эргәһендә булғым килә...», — тип әйтә торғайны», — тип хәтирәләре менән бүлешә сценарий авторы Зөһрә Бураҡаева.
«Япраҡ» фильмында шулай уҡ Урал Әминев, Гөлмирә Исмәғилева, Сулпан Асҡарова, Зөлфәр Әхмәтов төшкән. Операторы — Илдар Бикмәтов, рәссамы — Эльвира Ғайсина, композиторы — Владислав Савватеев. Хәҙерге ваҡытта «Япраҡ» фильмы күп кинофестивалдәрҙә ҡатнаша һәм танылыу яулай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика