11:04 (UTC+5), 22 Июня 2015

Төбәктә «Урал батыр эҙҙәре буйлап» конкурсы ойошторола

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 24 июндән 26-на тиклем Учалы районында «Урал батыр эҙҙәре буйлап» республика конкурсы ойошторола. Бәйгенең маҡсаты — Урал батыр образы аша үҫеп килеүсе быуында үҙ халҡыңа, тыуған ергә, уның тарихи үткәненә һөйөү, милли ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.
Конкурста «Урал батыр» эпосын белгән, 18-35 йәшлек яҡшы физик әҙерлекле йәштәр ҡатнаша ала. Әбйәлил, Бөрйән, Стәрлетамаҡ, Учалы райондары вәкилдәре ҡатнашырға теләк белдерҙе лә инде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан.
24 июндә көндөҙгө сәғәт 2-лә ярыштарҙы тантаналы асыу була. Был көндө ҡатнашыусылар «Тере һыу» ижади конкурсында башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарында уйнау һәм халыҡ бейеүен башҡарыу оҫталығын күрһәтәсәк.
25 июндә Ирәмәл тауына артылыу һәм һуңынан Ағиҙел йылғаһы башына төшөү иң ауыр һынауҙарҙың береһе буласаҡ. Был этап «Урал батыр эҙҙәре буйлап» тип атала. 26 июндә «Урал батыр билбауы» конкурсында Ҡалҡан күлендә йөҙөү ярыштары ойошторола. Артабан конкурсанттар ат егеү һәм ҡороҡ һалыу оҫталығын күрһәтәсәк.
26 июндә бәйгегә йомғаҡ яһала. Сараны ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Учалы районы хакимиәте.
«Урал батыр» — халҡыбыҙҙың боронғо эпик әҫәре. Әҫәр учалылар өсөн бик ҡәҙерле. Сөнки райондағы күп урындар: Яйыҡ һәм Иҙел йылғаларының башы, Йәнбирҙе һәм Йәнбикә йылғалары эпоста һүрәтләнгән ваҡиғаларға бәйле.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика