07:35 (UTC+5), 22 Июня 2015

Башҡортостан музыканты төрки донъяһының сәнғәт оҫталары концертына саҡырылған

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Танылған ҡурайсы, Башҡортостандың Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестрының художество етәксеһе Рәмил Ғәйзуллин төрки донъяһының сәнғәт оҫталары концертында ҡатнаша. Программалар «Мары — 2015 йылда төрки донъяһының мәҙәни баш ҡалаһы» акцияһы сиктәрендә 20 июндән 27-нә тиклем дауам итә.
Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин Төркмәнстан дәүләт симфоник оркестрының дирижер пульты артына баҫасаҡ, шулай уҡ ҡурайҙа ла уйнаясаҡ. Мары ҡалаһында концерт — 23 июндә, Туркменабадта 25-дә буласаҡ. Сараға Төркмәнстан Президенты Гурбангулы Бердымухамедов киләсәк.
«Мин тәүге тапҡыр Төркмәнстандың симфоник оркестры дирижеры сифатында сығыш яһайым. Беҙ башҡорт композиторы Нур Дауытовтың «Ҡыҙҙар бейеүен» башҡарабыҙ. Шулай уҡ мин ҡурай һәм Морат Әхмәтовтың оркестры өсөн көйҙәр уйнайым. 27 июндә беҙ, саҡырылған ҡунаҡтар, Төркмәнстан Президенты өсөн сығыш яһайбыҙ», — тип һөйләне Рәмил Ғәйзуллин.
Концерттарҙа Төркиәнән, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Үзбәкстандан, Рәсәйҙән (Башҡортостан, Татарстан, Ҡырым Республикаһы) солистар ҡатнаша. Музыканттар репертуарҙарын артабан байытыу өсөн үҙҙәренең яҙмалары менән алмашасаҡ. Сараны ойоштороусылар — ТӨРКСОЙ төрки мәҙәниәтенең халыҡ-ара ойошмаһы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика