Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.29
+0.18
29+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Июнь 2015, 17:37

Ханты-Манси автономиялы округында һабантуй ойошторолдо

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Ханты-Манси автономиялы округында һабантуй уҙғарылды. Быйыл Сургут районының Лянтор халҡы һабан байрамын яңы урында – саңғы-роллер трассаһы биләмәһендә билдәләне.
Һабантуйҙы ойоштороусылар – Ханты-Манси автономиялы округы — Югра башҡорттары ҡоролтайы төбәк йәмәғәт ойошмаһы һәм Лянтор хакимиәте. Сургут районы хакимиәте, Сургут татарҙарының милли автономияһы һәм Когалымдың «Нур» татар-башҡорт ойошмаһы вәкилдәре байрамдың абруйлы ҡунаҡтары булды.
Милли уйындар һәм ярыштар араһында көрәш төп урынды биләй. Унда ике йәш категорияһында Башҡортостанда тыуып үҫкән батырҙар еңеү яуланы.
Байрам концертында башҡорт һәм татар телдәрендә йырҙар яңғыраны, милли бейеүҙәр барыһын да әсир итте. Лянторҙың үҙешмәкәр коллективтары, Нефтеюганскиҙан «Шатлыҡ» халыҡ бейеү ансамбле һәм Сургут филармонияһы артисы Светлана Люпп үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтте.
Читайте нас: