Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ағымдағы йылдың 12 июненән 1 авгусҡа тиклем Өфөлә
«ART-UFA – 2015» художество форумы уҙғарыла. Ул республика мәҙәниәтенең ҡаҙаныштарын күрһәтеү маҡсатында ойошторолған. Форум сиктәрендә махсус саралар: ижади кисәләр, ижади берекмәләрҙең, музейҙарҙың, галереяларҙың, художество уҡыу йорттарының презентациялары, оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар, рәссамдар, сәнғәт белгестәре ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәлдәр һәм матбуғат конференциялары, джаз, рок, классик этник музыка, театр сәнғәте һәм балалар музыка ижады көндәрен үткәреү ҡаралған. Йәш таланттарға ярҙам итеү маҡсатынан М.В. Нестеров исемендәге икенсе балалар художество ижады асыҡ республика конкурсын уҙғарыу планлаштырыла.