09:18 (UTC+5), 10 Июнь 2015

Өфөлә үтәсәк Симфония төнөндә 120-гә яҡын музыкант ҡатнаша

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 10 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә бер юлы ике оркестр — Башҡортостандың милли симфоник оркестры һәм республиканың йәштәр симфоник оркестры — open air форматында Симфония төнөн уҙғарырға әҙерләнә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йәштәр симфоник оркестры Аксаков исемендәге баҡсала — киске сәғәт 6-ла, милли симфоник оркестр «Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдында киске 8-ҙә сығыш яһай.
«Оркестр тулы составта — 70-тән ашыу кеше уйнаясаҡ, — тип билдәләне оркестрҙың директоры Алексей Воронин. — Бинала видеоэкран ҡуябыҙ, тамашасылар музыканттарҙың йөҙҙәрен дә күрә аласаҡ. Күҙаллауҙар буйынса, бөгөн ямғыр яумай, ә еңелсә генә иҫкән ел ҡамасауламаҫ, тип уйлайбыҙ».
Башҡортостан милли симфоник оркестры музыканттары классик әҫәрҙәрҙе башҡарырға әҙерләнә. Оркестр пульты артында — баш дирижер Раушан Яҡупов.
Аксаков исемендәге баҡсала 45 кешенән торған йәштәр оркестры сәхнәлә түгел, балалар майҙансығы эргәһендәге асфальтта сығыш яһай. Киске 6-сы яртынан уҡ «Кайфулин Бенд» джаз коллективы уйнай башлай, тип хәбәр итте дирижер Линар Дәүләтбаев.
Йәштәр оркестры классиктарҙың һәм хәҙерге авторҙарҙың әҫәрҙәрен тәҡдим итә. Милли композиторҙарҙың — И.Хисаметдиновтың «Азамат» (башҡорт халыҡ йыры нигеҙендә) һәм М.Әхмәтовтың ҡурай һәм оркестр өсөн фантазия әҫәре программаның биҙәге буласаҡ.
Ике майҙансыҡта ла тамашасылар өсөн ултырыу урындары ҡаралған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика