10:41 (UTC+5), 09 Июня 2015

Баш ҡалала «Берҙәмлек» Халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале асыҡ һауалағы гала-концерт менән тамамланды

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2015 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Кисә Өфөлә «Берҙәмлек» Халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале асыҡ һауалағы гала-концерт менән тамамланды. Өс сәғәт дауамында «Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәренең үҙешмәкәр коллективтары артистары сағыу милли сәнғәтен күрһәтте. Төрлө музыка ҡоралдары, матур костюмдар, моңло йырҙар һәм дәртле бейеүҙәр һәммәһенең дә күңеленә хуш килде.
Һиндостандан, Бразилиянан, Ҡытайҙан, Көньяҡ Африка Республикаһынан килгән бейеү коллективтары тамашасыларҙы төрлө илдәрҙең мәҙәниәте менән таныштырҙы. Ҡаҙағстандың «Назик» фольклор-этнографик ансамбле һәм солист Азамат Мукатовтың, Үзбәкстандың «Ватандош» ансамбле, Тажикстандың «Гөлшан» дәүләт оркестры солистары, Ҡырғыҙстандың «Жетиген» төркөмө сығыштары концертҡа үҙенсәлекле биҙәк булды. Свердловск өлкәһе Красноуфимск ҡалаһының «Уралочка» йыр һәм бейеү ансамбле рус халҡының мәҙәниәтен күрһәтте.
Тамашасылар үзбәктәрҙең туй йолаһынан өҙөктө, африкандарҙың ямғыр саҡырыуҙарын, Бразилия карнавалы элементтарын, «Мең ҡул» ҡытай ҡатын-ҡыҙҙары бейеүен һәм башҡа бик күп үҙенсәлекле композициялар ҡараны. Концертты алып барыусылар Фаягөл Дәүләтйәрова менән Дмитрий Каретко һәр илдең үҙенсәлектәре һәм ансамблдәрҙең тарихы менән таныштырҙы. Гала-концерт һуңында фестивалдә ҡатнашҡан бөтә коллективтар ҙә сәхнәгә сыҡты.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, фестиваль дүрт көн дауамында Бәләбәй, Октябрьский ҡалаларында, Бәләбәй, Туймазы һәм Дәүләкән райондарында барҙы. Бәләбәйҙә ҡунаҡтар «Распахнись, душа!», Октябрьскийҙа — Ҡурай байрамында, ауылдарҙа уҙғарылған һабантуйҙа ҡатнашты, урамдарҙа парад ойошторолдо.
«Сара юғары кимәлдә үтте, райондар беҙҙе яҡшы ҡабул итте. Ҡайһы бер урындарҙа ямғыр яуһа ла, халыҡ ҡулсатыр тотоп килгән, концерт күңелле булды. Күп тамашасылар бразилиялыларҙың, индустарҙың, африкандарҙың һәм башҡа коллективтарҙың сығышын тәүге тапҡыр күрҙе. Ҡунаҡтар үҙ сиратында беҙҙең ҡунаҡсыллыҡҡа, милли аш-һыуға, тәбиғәткә таң ҡалды», — тип билдәләне Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Байрас Ишбирҙин.
Мәҙәниәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл «Берҙәмлек» фестивалендә 500 артист ҡатнашҡан, 8000 тамашасы килгән.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика