10:24 (UTC+5), 08 Июня 2015

Латвия башҡорттары һабантуй байрамын уҙғарҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Уҙған ял көндәрендә Ригала милли байрам — һабантуй үтте. Ойоштороусылар булып «Латвия башҡорттары ҡоролтайы» һәм Латвия татарҙарының «Иҙел» ойошмаһы сығыш яһаны. «Салауат Юлаев» Балтик халыҡ-ара үҙәге башҡорт ихатаһын ҡорҙо һәм Башҡортостан Республикаһының презентацияһын тәҡдим итте.
Һабантуйҙы ойоштороусыларҙы һәм унда ҡатнашыусыларҙы Рәсәйҙең Латвиялағы илселеге, Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты, Рига Думаһы, Латвияның милли-мәҙәни ойошмалар ассоциацияһы вәкилдәре сәләмләне. Байрамға эшҡыуарҙар, журналистар, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре килде. Латвияның башҡорт, татар, яҡут, немец, һинд, грузин, йәһүд, украин, белорус диаспоралары етәкселәре һәм артистары һабантуйҙа ҡатнашыусыларҙы ҡотлап ҡына ҡалманы, шулай уҡ концертта сығыш яһаны.
Татарстандан килгән йәш артистарҙың да сығышы йылы ҡабул ителде. Латвияның милли-мәҙәни ойошмалар ассоциацияһы йортоноң байрамса биҙәлгән биләмәһендә йыр-бейеү, уйын-көлкө көноҙоно тынманы.
Һәр кем һабантуйҙа ҡатнашыусылар бешергән һыйҙан ауыҙ итә алды. Өҫтәлдә милли ризыҡтар ҙа бар ине. Байрам сәк-сәк һәм баллап сәй эсеү менән тамамланды.
Байрамға килеүселәр тыуған Башҡортостанына ҡайтҡандай булды, тип һөйләне Башҡортостандың Латвиялағы ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты вәкиле Рина Хәмитова.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика