16:20 (UTC+5), 05 Июнь 2015

Республикала «Берҙәмлек» Халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале асылды

«Рәсәй бөгөн» халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығы, Евгений Биятов
«Рәсәй бөгөн» халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығы, Евгений Биятов
ӨФӨ, 2015 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда «Берҙәмлек» Халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале асылды. Сарала ҡатнашыусыларҙы беренселәрҙән булып Бәләбәй ҡалаһы ҡабул итте.
Фестивалгә килеүселәрҙе «Надеждин» Аксаков тарихи-мәҙәни үҙәге ҡапҡаһы янында ҡаршы алдылар. Рус йырҙарын, таҡмаҡтарын йырлап, ҡунаҡтарҙы билдәләнгән маршрут буйынса алып киттеләр. Улар Аксаковтар нәҫеленең тарихы һәм шәжәрәһе менән танышты, Һөнәрҙәр йортон ҡараны, Бал йортонда башҡорт балынан ауыҙ итте. Рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестры балалайка, домра, жалейка, контрабас, гармун моңдарын яңғыратты. Һуңынан мәҙәкселәр ҡунаҡтарҙы «Гөрләүек» уйынына алып төштө, ҡатнашыусылар тоҡ кейеп ярышты, ҡоймаҡ, бәлеш һәм перәниктәр менән һыйланды, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады үҙәгенән.
Кис Мәҙәниәт йорто алдында фестивалде асыу тантанаһы булды. Байрамдың абруйлы ҡунаҡтары: Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Юрий Мурмилов, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһаны. Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың сәләмләүен уҡып ишеттерҙе. «Күп милләтле Башҡортостан традицияларға һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә бик бай. Ошо күркәм байрамды ойоштороу идеяһының тап беҙҙең төбәктә барлыҡҡа килеүе осраҡлы түгел. Бразилия, Көньяҡ Африка Республикаһы, Ҡытай, Һиндостан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстандан килгән коллективтарҙы һәм башҡарыусыларҙы сәләмләүгә шатбыҙ. Форум бөтә милләт кешеләрен берләштерергә булышлыҡ итер, тип ышанам», — тиелә сәләмләү хатында.
Сәхнәгә сыҡҡан һәр коллектив бәләбәйҙәрҙе милли мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары һәм һөнәрҙәре менән таныштырҙы.
Бәләбәй — Башҡортостандың боронғо ҡалаларының береһе. Уның 225 йылдан ашыу тарихы бар. Ҡаланың мәҙәни-тарихи мираҫы Сергей Аксаков, Марина Цветаева, Яков Ухсай, Константин Иванов кеүек бөйөк сәнғәт эшмәкәрҙәренең исеме менән бәйле. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы ҡабул итеүсе Октябрьский ҡалаһында Ҡурай байрамы үтәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика