Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Май 2015, 12:38

Өфөлә Чайковскийҙың билдәле «Орлеан ҡыҙы» операһының премьераһы булды

театрҙың матбуғат хеҙмәте
театрҙың матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2015 йыл, 29 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфө сәнғәт училищеһының концерт залында П.И.Чайковскийҙың «Орлеан ҡыҙы» операһының премьераһы булды.
Тамашаға театрҙың бөтә ижади көстәре: солистар, хор һәм симфоник оркестр йәлеп ителгән. Ике төп партияға илебеҙҙәге билдәле театрҙарҙың солистары саҡырылған. Иоанна д'Арк ролен — Екатеринбургтан халыҡ-ара конкурс лауреаты Надежда Бабинцева, рыцарь Лионель партияһын Пермдән Эдуард Морозов башҡарҙы. Башҡа ролдәрҙә башҡорт операһы артистары сығыш яһаны. Улар араһында сәхнә оҫталары һәм йәш солистар Рәил Кучуков, Резеда Әминева, Владимир Копытов, Эльвира Алькина, Артур Ҡәйепҡолов, Владимир Орфеев, Марат Шәрипов, Артем Голубев, Рим Рәхимов һәм Сергей Сидоров бар.
Операның музыкаль өлөшөн әҙерләү менән театрҙың художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы, «Алтын битлек» милли театр премияһы лауреаты Валерий Платонов етәкселек иткән. Хор менән эшләү өсөн Ҙур театрҙан Юлия Молчанованы саҡырғандар.
Икенсе премьера кисәһе бөгөн киске сәғәт 7-лә башлана.
2015 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры «Орлеан ҡыҙы» операһын ҡуйыу өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығының туғыҙ миллион һумлыҡ грантын алды. Рәсәйҙең Ҙур театрында ла быйылғы миҙгел бөйөк рус композиторының «Орлеан ҡыҙы» операһы менән асылды. Илебеҙ театрҙарында лайыҡһыҙ онотолған әҫәр П.И. Чайковскийҙың тыуыуына 175 йыл тулыу уңайынан сәхнәгә ҡуйыла. 15-17 сентябрҙә Өфөлә театр премьераһы була.
Читайте нас: