Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Май 2015, 11:42

Башҡорт ҡумыҙсыһы Ҡаҙағстанда халыҡ-ара фестивалдә сығыш яһай

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Билдәле виртуоз ҡумыҙсы, Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов «Быуаттар ауазы» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнаша. Сара 12 июндән 16-на тиклем Ҡаҙағстандың Кокшетау ҡалаһында уҙғарыла. Музыкант күренекле ҡаҙаҡ композиторы Едиль Хөсәйеновтың саҡырыуы буйынса сығыш яһай. Миңлеғәфүр Зәйнетдинов «Салауат маршы», «Порт-Артур», «Байыҡ», «Перовский» кеүек халыҡ көйҙәрен, «Сал быуаттар ауазы», «Башҡортостан иртәһе» импровизацияларын башҡарасаҡ.
«Кокшетауҙағы ижади осрашыу ҡатнашыусыларға үҙ халҡының мәҙәниәтен, сәнғәтен һәм традицияларын күрһәтеү мөмкинлеген биреп кенә ҡалмай, шулай уҡ Ҡаҙағстан-Рәсәй мөнәсәбәттәрен нығытыуға, балаларға һәм йәштәргә гүзәл тәрбиә биреүҙе камиллаштырырға ярҙам итәсәк», — тип билдәләне Башҡорт дәүләт филармонияһының матбуғат секретары Лиана Сөләймәнова.
Сарала донъя кимәлендәге 14 фольклор ансамбле һәм музыканттар ҡатнаша.
Читайте нас