12:36 (UTC+5), 25 Мая 2015

Баш ҡалала «Өфө ҡаласығы-II» мәҙәни мираҫ объектына ҡул һуҙыу факты буйынса прокурор тикшереүе бара

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Баш ҡалала «Өфө ҡаласығы-II» археология ҡомартҡыһына ҡул һуҙыу факты буйынса прокурор тикшереүе бара. Объект Өфөнөң тарихи үҙәгендә, Пушкин, Яңы күпер урамдары һәм Салауат Юлаев проспекты араһындағы участкала урынлашҡан. Республика Мәҙәниәт министрлығы Өфөнөң Киров районы прокуратураһы менән берлектә алып барған тикшереүен «Боронғо Өфө» музей-ҡурсаулығы башлаған.
«Төҙөлөш ойошмалары, беҙҙең менән килешмәйенсә, күсмә вагондар ҡуйҙы, автотуҡталҡа булдырҙы, бетон япмалы юл һалды, тупраҡ килтерҙе, төҙөлөш материалдары һәм сүп-сар өйөп һалды. 73-сө Федераль закон буйынса, ҡомартҡы биләмәһендә төҙөлөшкә бәйле барлыҡ эштәр ҙә Мәҙәниәт министрлығы менән килешеп башҡарылырға тейеш, — тип хәбәр итте «Боронғо Өфө» музей-ҡурсаулығы директоры Гәүһәр Батталова. — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм музей-ҡурсаулыҡ ҡомартҡыны һаҡлап ҡалыу өсөн барыһын да эшләй».
Музей-ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре һүҙҙәренсә, ошоға оҡшаш хәл быға тиклем дә теркәлгән. 2013 йылда 21-се төҙөлөш тресына ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған булған, уларҙың эшмәкәрлеге законһыҙ тип танылған. Ойошмаға штраф һалынған. Археологтарҙың ҡаршы төшөүе арҡаһында Пушкин урамындағы йорттарҙың береһен төҙөү туҡтатылған.
«Өфө ҡаласығы-II» археология ҡомартҡыһы Көньяҡ Урал биләмәһендә иң ҙурҙарҙан һанала, бейеклеге дүрт метрға етә. Ҡаласыҡта ҡаҙыу эштәре 2006 йылдан алып барыла. Ошо ваҡыт эсендә 2,5 мең квадрат метр майҙан тикшерелгән, миллионға яҡын артефакттар табылған. Бөгөнгө көндә уларҙың күбеһе Башҡорт дәүләт университетында һаҡлана. Хәҙер ҡиммәтле артефакттар «Боронғо Өфө» музей-ҡурсаулығына тапшырыла.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика