Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
13+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Май 2015, 12:41

«Замандаштар һәм классиктар» серияһында сатирик Марсель Сәлимовтың яңы китабы донъя күрҙе

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Замандаштар һәм классиктар» серияһында сатирик Марсель Сәлимовтың «Миссия той пассии» тигән яңы китабы донъя күрҙе. Баҫмаға билдәле башҡорт яҙыусыһының сатирик хикәйәләре, повестары һәм юморескалары ингән.
«Властың һәм кеше күңеленең сирҙәренә килешмәүсән мөнәсәбәте, һәләте замандашыбыҙ Марсель Сәлимовтың сатирик әҫәрҙәрендә сағылыш тапты. Тап ошо әҫәрҙәр төрлө йәштәге китап уҡыусыларҙы изгелеклерәк, намыҫлыраҡ булырға өндәй. Улар үҙ абруйыңды һәм башҡаларға ҡарата хөрмәт тәрбиәләргә, яратырға һәм яратылырға ярҙам итә», — тип хәбәр итә Интернациональ яҙыусылар союзы сайты.
Марсель Сәлимов — башҡорт шағиры, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, рус, башҡорт, татар, сыуаш, болгар телдәрендә өс тиҫтәнән ашыу китап авторы, бик күп әҙәби премиялар лауреаты.
Читайте нас: