Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.92
-0.33
98.9
+0.07
83.29
+0.02
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Май 2015, 11:10

Өфө балалар филармонияһы «Музейҙар төнө» акцияһына ҡушыла

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 17 майҙа Өфө балалар филармонияһы «Музейҙар төнө» акцияһына ҡушыла. Балалар филармонияһы киске сәғәт 6-сы яртынан 12-се яртыға тиклем асыҡ буласаҡ.
Өфө хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, сараға килеүселәрҙе бай йөкмәткеле программа көтә. Унда Балалар филармонияһы коллективтары сығышы, рәссамдар Михаил Спиридонов, Владимир Жигулин һәм Дмитрий Павловтың эштәренән торған күргәҙмә, «Сова» театрының лазерлы шоуы, «Гагарин» ансамбленең, ҡаланың «Melony Rockids», «Армия тепла», «Plegma» рок төркөмдәре һәм бейеү студияларының концерты, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.
Сара рәссамдарҙың Ижади союзы, Өфө хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы булышлығында һәм ҡатнашлығында уҙа.
Инеү ирекле. Өфө балалар филармонияһы Октябрь проспекты, 33 («Өфө универмагы» туҡталышы) адресы буйынса урынлашҡан. Телефон: (347) 223-30-65.
Читайте нас: