08:04 (UTC+5), 13 Мая 2015

Төбәктә «Һалдат тураһында баллада» кинофестивале уҙҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 13 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда «Һалдат тураһында баллада» республика кинофестивале тамамланды. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған фестиваль 30 апрелдә башланды һәм байрам тантаналары бөткәнсе дауам итте.
«Башҡортостан» киностудияһы редакторы Сәлимә Батисова хәбәр итеүенсә, кинофестиваль «Ә таңдар бында тыныс» фильмын ҡарауҙан башланды. Борис Васильевтың китабы буйынса төшөрөлгән яңы кинотаҫма Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй һәм Баймаҡ тамашасыларына күрһәтелде.
Әбйәлил районының Күсем ауылы халҡына «Башҡортостан» ДТРК-һы төшөргән «Генерал Кусимов» документаль фильмын (авторы Салауат Хәмиҙуллин, режиссеры Азамат Хужәхмәтов) ҡарау бәхете тейҙе. Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың батырлығы һәм фиҙаҡәрлеге тураһында тарихты ауылдаштары ҡыҙыҡһынып һәм ғорурланып тамаша ҡылды.
Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылы халҡы йәнә бер тапҡыр үҙҙәренең данлы яҡташтарын — генерал Миңлеғәле Шайморатовты хәтеренә төшөрҙө. Улар өсөн «Башҡортостан» ДТРК-ның «Генерал Шайморатов» документаль фильмын (авторы Салауат Хәмиҙуллин, режиссеры Азамат Хужәхмәтов) күрһәтеү ойошторолдо.
Шул уҡ көндө «Родина» кинотеатрында «Башҡортостан» киностудияһының «Һуғыш беҙҙе балаға һанаманы» (режиссеры Вилүрә Иҫәндәүләтова) документаль фильмы булды. «Һуғыш беҙҙе балаға һанаманы» һәм «Генерал Шайморатов» «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында ла күрһәтелде.
8 майҙа Милли музейҙа «Генерал Кусимов», «Генерал Шайморатов» һәм «Һуғыш беҙҙе балаға һанаманы» фильмдарын 600-ҙән ашыу тамашасы ҡараны. «Һалдат тураһында баллада» кинофестивале Бөйөк Еңеүгә 70 йыл тулған көндө Нефтекама ҡалаһының «Октябрь» кинотеатрында «Ә таңдар бында тыныс» фильмын күрһәтеү менән тамамланды.
Проектты Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, «Башҡортостан» киностудияһы һәм «Родина» кинотеатры ойошторҙо.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика