Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
+0.12
99.72
+0.52
71.06
-1.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Май 2015, 15:53

Бәләбәйҙә «Алтын тирмә» төбәк-ара милли театрҙар фестивале асыла

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бәләбәй ҡалаһының Үҙәк мәҙәниәт һарайында «Алтын тирмә» төбәк-ара милли театрҙар фестивале асыла.
Бөгөн, 12 майҙа, Бишбүләк, Учалы, Архангел, Ишембай, Дүртөйлө, Белорет, Әбйәлил, Бәләбәй, Ҡыйғы, Мәләүез, Яңауыл, Мишкә райондары халыҡ театрҙарының сығыштарын ҡарау башлана. Фестивалдә шулай уҡ Ҡурған, Силәбе һәм Һамар өлкәләренән ҡунаҡтар ҡатнаша. 15 майҙа жюри рәйесе Валерия Полякова шәхси тәжрибәһе нигеҙендә оҫталыҡ дәресе үткәрә.
Февраль-апрелдә комиссия 127 театрҙың спектаклен ҡараны, шуларҙың 16-һы «халыҡ» исеменә дәғүә итте, ҡалғандары уны раҫланы. Театрҙар Уильям Шекспир, Оскар Уайльд, Александр Островский, Владимир Жеребцов, Ибраһим Абдуллин, Әнғәм Атнабаев, Нәжиб Асанбаев, Флорид Бүләков һәм башҡа авторҙарҙың пьесаларын сәхнәләштерҙе.
Жюри составына билдәле театр һәм әҙәбиәт эшмәкәрҙәре, шул иҫәптән актерҙар Әхтәм Абушахманов, Таңсулпан Бабичева, режиссерҙар Мөсәлим Күлбаев, Рөстәм Хәкимов, тәнҡитсе Дина Дәүләтшина, яҙыусы Наил Ғәйетбаев инде.
«Алтын тирмә» төбәк-ара милли театрҙар фестивале өс йылға бер тапҡыр үткәрелә һәм иң яҡшы театр коллективтарын, уңышлы спектаклдәрҙе асыҡлауға йүнәлтелә. Үҙешмәкәр театр коллективтарына «халыҡ» исеме бирелә. Белорет, Бәләбәй, Межгорьенан килгән ижади коллективтарҙың кимәле юғары булды. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан күп спектаклдәр һуғыш темаһына арналғайны, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады үҙәгенән.
Фестиваль киске сәғәт 7-лә асыла.
Читайте нас: